ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич (18.1. 1924, Ярославль ҡ. — 16.1.1998, Өфө), геолог. Геол.минералогия ф. дры (1973), проф. (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау интын тамамлағандан һуң (1951) Учалы геол. разведка партияһында өлкән геолог булып эшләй; 1956 й. алып Иркутск һирәк һәм төҫлө металдар ҒТИның лаб. начальнигы; 1959 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮнеңөлкән ғилми хеҙмре, 1968 й. — лаб. мөдире, 1986—91 йй. баш ғилми хеҙмре. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың көнсығыш өлөшөндәге магматизм процестарын өйрәнеүгә арналған. В. тарафынан колчедан ҡатламдарындағы субвулканик есемдәрҙең формалашыуына магматоген күсеүҙең йоғонтоһо һәм файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡта шыуҙырмаларының роле тдағы ҡараш үҫтерелә. 130 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Геолого-структурные позиции рудных месторождений в надвиговых зонах континентальной земной коры. Уфа, 1992.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика