ГОЛОС РАБОЧЕГО” (“Эшсе тауышы”), ижт.-сәйәси гәзит. Меньшевистик РСДРП (берләшкән) ойошмаһының Өфө губ. бюроһы, май айынан — РСДРП‑ның Өфө губ. бюроһы органы. 1918 й. февр.—майында, июль—дек. Өфөлә урыҫ телендә көн һайын сыҡҡан. Гәзит биттәрендә илдәге ваҡиғалар, урындағы меньшевистик комитеттарҙың, Бунд ойошмаларының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр һ.б. баҫыла. Мөхәррире — Ибр.Ә.Әхтәмов.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика