ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1.1.1954, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Имәндәш а.), тележурналист. РФ‑тың (2005) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1985). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1981). 1973 й. башлап Ғафури р‑нының Красноусол башланғыс мәктәбе дир., район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы. 1975 й. алып “Башҡортостан” ДТРК эшләй: 1992 й. башлап “Тамаша” ижад берекмәһе етәксеһе, 1998—2005 йй. баш мөхәррир; бер үк ваҡытта 1990—2004 йй. БДУ‑ла уҡыта. 2005 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы эргәһендәге Телерадио сәнғәте мәктәп‑студияһы директоры. Ижади эшмәкәрлегенең төп темаһы — кеше һәм уның рухи ҡиммәттәре. М.Кәрим ижады т‑да 30 документаль фильм, БР‑ҙан ситтә йәшәгән башҡорттар тормошо (“Араларҙы яҡынайтып” — “Сокращая расстояния”, “Башҡорттар”), ҡәрҙәш республикаларҙың хеҙмәттәшлеге (“Өфө— Ҡазан: дуҫлыҡ күпере” — “Уфа—Казань: мост дружбы”), исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре (“Йома”), Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте (“Сәхнәлә һәм сәхнә артында” — “На сцене и за кулисами”) т‑да телетапшырыуҙар, “Сәләм” иртәнге мәғлүмәт һәм йыр‑моң программаһы, “Йыр бүләк итәм” (“Дарю песню”) йыр‑моң программаһы һ.б. авторы. М.Кәримгә ар‑ налған Дәүләт аудио‑, видеоархивын формалаштырған, фильмографик бе‑ лешмә төҙөгән, “Мостайҙың алтын мираҫы” аудиопродукциялар серияһын сығарған. Ф.М.Бүләков сценарийы б‑са тәүге башҡ. телесериалы “Ай ҡыҙы” (2001—02; “Башҡортостан” ТРК) проекты инициаторы һәм продюсеры. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1994), М.Ғафури ис. (2005) пр. лауреаты.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика