“ҒИЛЕМ”, нәшриәт. Ғилми учреждениеларҙың хеҙмәттәрен, фәнни журналдар сығара, БР Фәндәр академияһы бүлектәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен баҫа. 1995 й. РФА Өфө ФҮ‑нең редакция‑нәшриәт бүлеге (1957 й. нигеҙләнгән) базаһында асыла, 2000 й. алып БР ФА филиалы, 2013 й. башлап “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми‑нәшриәт комплексы составында. Типографияһы бар (2004 й. алып). 2013 й. 10 кеше эшләгән. Нәшриәт дөйөм тиражы 255 меңдән ашыу дана булған 1700‑ҙән ашыу китап сығарған. Дир.: А.С.Хәлфин (1995 й. алып), Ф.М.Әхмәтов (1998 й. алып), Ф.С.Тәкәев (2001—13 йй.).

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018