“ГЕОЛОГИЯ”, фәнни журнал. Ойоштороусылары — БР Фәндәр академияһы, Геология институты. 1997 й. алып Өфөлә йылына 1—2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2011). Журнал биттәрендә фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, геол. фәненең торошо, проблемалары, тенденциялары, БР‑ҙа уның үҫеш мөмкинлектәре т‑да мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Башҡортостанда геология фәне”, “Ҡыҫҡа хәбәрҙәр”, “Фәндәр сигендә”, “Дискуссиялар” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Ю.В.Казанцев (1997 й. алып), Т.Т.Казанцева (2011 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика