“АВГУСТ” ғилми-производство предприятиеһы, ЯСЙ. Универсаль таҙартыусы, изоляциялаусы машиналар, төрлө диаметрҙағы магистраль үткәргес торбаларҙы төҙөү һәм ремонтлау өсөн бәләкәй механизациялау ҡоролмаларын эшләп сығара. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Составы: йыйыу, буяу, металл эшкәртеү цехтары (бөтәһе лә 1995 й. нигеҙләнгән). Пр‑тиела Рәсәйҙә тәүге тапҡыр магистраль үткәргес торбаларҙың өҫтөн изоляциялаусы ҡаплау һөртөү өсөн әҙерләү технологияһы эшләнә һәм индерелә (1997). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018