ҒАФУРОВ Мадрил Абдрахман улы (10.5.1936, БАССР-ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), журналист. Филос. ф. канд. (2010). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы ағзаһы (1957). М.А.Ғафуровтың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1964) Өфөлә эшләй: ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының, 1966 й. алып “Ленинец” гәз. бүлек мөдире; 1970 й. — “Советская Башкирия” гәз. әҙәби хеҙм-р, бүлек мөдире; 1974 й.— бүлек мөдире һәм бер үк ваҡытта баш мөхәррир урынбаҫары, 1978—80 йй. — “Вечерняя Уфа” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары; 1975 й. — БАССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе ярҙамсыһы; 1980 й. — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар б-са СССР Дәүләт ком‑тының БАССР б‑са үҙ хәбәрсеһе; 1991 й. — “Останкино” Рәсәй ДТРК‑ның БР‑ҙа һәм Ырымбур өлк. үҙ хәбәрсеһе, корреспондент пункты мөдире; 1997 й. — “Советская Башкирия — Известия Башкирии” (ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. баш мөхәррир урынбаҫары; 2001—02 йй. — “Деловой мир” (ҡара: “Деловой мир Башкортостана”) гәз. баш мөхәррире; 2004 й. — “МАГ” нәшриәт йортоноң дир. һәм “Евразийский проспект” (“Евразия проспекты”) гәз. баш мөхәррире; бер үк ваҡытта 1997—2004 йй. “Голос России” (“Рәсәй тауышы”) Рәсәй дәүләт радиотапшырыуҙар компанияһының үҙ хәбәрсеһе; 2009 й. алып “Коммунист Башкортостана” (“Башҡортостан коммунисы”) гәз. баш мөхәррире һәм “Правда” (“Хәҡиҡәт”) гәз. үҙ хәбәрсеһе. Республиканың сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошо т-дағы көнүҙәк темаларға мәҡәләләр, теле- һәм радиотапшырыуҙар, “Башҡортостан циркы” (“Башкирский цирк”) документаль фильмы сценарийы авторы. БР-ҙың “Мәжит Ғафури — 21 быуат” мәҙәниәт фонды дир. (2007 й. алып). БР ЮС‑ының 12-се саҡырылыш депутаты. СССР Журналистар союзы пр. (1991), М.Ғафури ис. пр. (2007) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Большие права, высокая ответственность. Уфа, 1976; Я весь в своих стихах...: поэтическая исповедь о Времени и о себе. Уфа, 2006.

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика