“ВПЕРЁД” (“Алға”), ижт.‑сәйәси гәзит.  РКП(б)‑ның Өфө губ. ком‑ты  органы. 1918 й. март‑июнендә, 1919 й.  ғин.‑мартында Өфөлә көн һайын урыҫ  телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының ҡарарҙары,  декреттар, закондар баҫылған, ил һәм  төбәктең сәйәси, соц.‑иҡт. хәле яҡтыртылған,  Граждандар һуғышының барышы  т‑да хәбәрҙәр һ.б. бирелгән.  1919 й. ш. уҡ исемле аҙналыҡ ҡушымта  нәшер ителгән. Мөхәррирҙәре:  А.И.Свидерский, Л.И.Сталь, П.П. Кузьмин,  Я.Я.Грунт.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика