“ВИЛЫ” (“Һәнәк”), рәсемле сатирик һәм юмористик журнал. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың «“Һәнәк” журналы редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 3,5 мең данаға яҡын (2011). 1992 й. алып “Һәнәк” ж. ҡушымта булып нәшер ителә, 1993 й. — үҙ аллы баҫма. Журнал биттәрендә көнүҙәк темаларға сатира һәм юмор әҫәрҙәре баҫыла. Рубрикалары: “Ашипки”, “Ачепятки”, “Ҡыланыу”, “Юрый уйлап тапмаҫһың”, “Ҡыҫҡаның ҡыҫҡаһы”, «“Һәнәк” осонда» һ.б. Баш мөхәррирҙәре: М.Сәлим (1992 й. алып), С.Н.Әбүзәров (2010 й.), Р.М.Кинйәбаев (2011 й. алып). 

Р.М.Кинйәбаев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика