“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЮРИДИЧЕСКОГО ИНСТИТУТА МВД РОССИИ” (“Рәсәй ЭЭМ‑ының Өфө юридик институты хәбәрҙәре”), фәнни‑ғәмәли журнал. Ойоштороусыһы — РФ ЭЭМ‑ының Өфө юридик институты. 1998 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 100 данаға яҡын (2011). Журнал биттәрендә енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең көнүҙәк мәсьәләләре т‑да, ҡануниәтте камиллаштырыу б‑са мәҡәләләр баҫыла, хоҡуҡ фәндәрен уҡытыуҙың фәнни‑методик мәсьәләләре ҡарала, яңы баҫмалар хаҡында мәғлүмәт бирелә. Рубрикалары: “Ғилми мәҡәләләр һәм докладтар”, “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Мәғариф, белем биреү, педагогика”, “Йәштәр трибунаһы”, “Физик культура һәм спорт” һ.б. Баш мөхәррире — Ф.Б.Мөхәмәтшин (2006 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика