“ВЕСТНИК УГАТУ” (“ӨДАТУ хәбәрҙәре”), фәнни журнал. Ойоштороусыһы — ӨДАТУ. 2000 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр (2000—04 йй. — 2 тапҡыр) урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2011). Журналда хәҙ. фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла; конф., йыйылыштар, ғилми мәктәптәр һәм коллективтар т‑да мәғлүмәт бирелә; авиация төҙөлөшө өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре баҫыла. Журнал РФ‑тың Мәғариф һәм фән министрлығы Юғары аттестация комиссияһының фән кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәр дисс. төп фәнни һөҙөмтәләре баҫылырға тейешле рецензияланған төп фәнни журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Авиация һәм ракета-космос техникаһы”, “Машиналар эшләү”, “Системалы анализ, идара итеү һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү”, “Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу һәм уларға идара итеү”, “Мәғлүмәтте һаҡлау ысулдары һәм системалары, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: С.Т.Күсемов (2000 й. алып), М.Б.Ғөзәйеров (2003 й. алып).

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика