“ВЕСТНИК СЕМЬИ И ШКОЛЫ” (“Ғаилә һәм мәктәп хәбәрҙәре”), фәнни-популяр пед. журнал. Өфө ғаилә‑пед. йәмғиәте органы. 1910 й. мартынан 1911 й. апр. тиклем (бөтәһе 12 һан) Өфөлә урыҫ телендә сыға. Н.Ф.Делинскийҙың “Матбуғат” типографияһында нәшер ителә. Журнал биттәрендә ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһе, уҡытыуҙың көнүҙәк проблемаларына арналған мәҡәләләр баҫыла; балалар клубтары, ата-әсәләр ком‑ттарының эшмәкәрлеге яҡтыртыла; махсус әҙәбиәт яңылыҡтары, балалар өсөн һәм ваҡытлы пед. баҫмалар т‑да мәғлүмәт бирелә. Мөхәррирҙәре: В.С. Мурзаев, Е.Ф.Крылова-Зоркова.

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика