“ВЕСТНИК ОРЕНБУРГСКОГО УЧЕБНОГО ОКРУГА” (“Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округы хәбәрҙәре”), фәнни‑пед. журнал. Ырымбур уҡыу-уҡытыу округы органы. 1912 й. ғин. алып 1915 й. дек. тиклем Өфөлә йылына 8 (1915 й. — 6) тапҡыр урыҫ телендә сыға. “Ф.Г.Соловьёв һәм К°” ширҡәте типолитографияһында нәшер ителә. 3 бүлектән тора: “Рәсми бүлек”, “Педагогик бүлек”, “Фәнни бүлек”. Уларҙа Халыҡ мәғарифы министрлығының норматив акттары, уҡыу-уҡытыу округы попечителенең кадрҙарҙы күсереү т‑дағы бойороҡтары, уҡыу йорттарының үҫеше һәм торошо хаҡында отчёттар, фәнни-методик мәҡәләләр, уҡыу әҙәбиәтенә күҙәтеүҙәр, тыуған яҡты өйрәнеү материалдары, иғландар һ.б. баҫыла. 1913 й. 2, 5—8 һандарында В.И.Филоненконың “Башҡорттар” (“Башкиры”) исемле хеҙмәте донъя күрә. Мөхәррире — М.А.Миропиев

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика