“ВЕСТНИК ВЭГУ” (“Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар академияһы. 1995 й. алып Өфөлә йылына 6 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана (2011). Журнал биттәрендә ғилми һәм методик йүнәлештәге мәҡәләләр баҫыла, хоҡуҡ өлкәһен камиллаштырыу, белем биреүҙе реформалауҙың көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла, йәш ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләре, рецензиялар бирелә. Журнал РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау өсөн мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Социаль-иҡтисади һәм ижтимағи фәндәр”, “Гуманитар фәндәр”, “Сит илдәрҙә”, “Йәш ғалимдарға һүҙ”, “Кешеләр һәм даталар” һ.б. Баш мөхәррире — Е.Ҡ. Миңлебаев (1995 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика