“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО УНИВЕРСИТЕТА” (“Башҡорт университеты хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — БДУ. 1996 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ һәм инглиз телдәрендә сыға. Тиражы — 1,5 мең дана (2011). Журнал биттәрендә тәбиғәт һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө һәм ғәмәли тикшеренеү һөҙөмтәләре нәшер ителә, ғилми мәктәптәр т‑да мәғлүмәт бирелә, вуз тарихы т‑да мәҡәләләр баҫыла. Журнал РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са иң мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Математика”, “Физика”, “Химия”, “География”, “Филология”, “Тарих”, “Политология”, “Педагогика” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Р.Н.Ғимаев (1996 й. алып), М.Х.Харрасов (2000 й. алып), Ә.Ғ.Мостафин (2010 й. алып), Д.Н.Морозко.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика