“ВЕРСИЯ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан версияһы”), социаль-хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусыһы — “Башинформ” ААЙ. Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә сыға. Тиражы — 10 мең дана (2011). 1990 й. авг. алып БАССР‑ҙа Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш б‑са ваҡытлы ком‑т, БАССР ЭЭМ‑ы һәм БАССР‑ҙың Дәүләт именлеге ком-ты (окт. алып) тарафынан нәшер ителә; 1991 й. апр. башлап респ. гәзите — БССР‑ҙың Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш комитеты, ЭЭМ һәм БССР‑ҙың Именлек министрлығы органы; 1992 й. авг. — “Версия” респ. мәғлүмәти‑хоҡуҡи агентлығы органы; 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2003 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Гәзит биттәрендә респ. енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡҡа хоҡуҡ тәрбиәһе биреү мәсьәләләре яҡтыртыла; суд очерктары, суд залынан репортаждар, криминаль хроника һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Ситуация”, “Russian бизнес”, “Хөкөмдән һуң”, “Һеҙҙең хоҡуҡ”, “Ҡулланыусылар адвокаты”, “Ғаилә эсендә” һ.б. Үҫмерҙәр өсөн ай һайын гәзит эсендә “Шпана” гәз. сығарыла. Баш мөхәррирҙәре: В.И.Журавлёв (1990 й. алып, 2001 й. алып), Ю.В.Агров (1992 й. алып), В.Л.Колокольников (1997—2001), Ю.Ә.Аҙнабаев (2009 й. алып), Ш.Р.Вәлиев (2010 й. алып).

Ш.Р.Вәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика