ВӘХИТОВ Фәрит Назар улы [1.2.1933, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Ҡотлоғужа а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (1969). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1967). 1961 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; Туймазы ҡ.), 1963 й. — “Ленинский путь” (Салауат ҡ.) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. 1968 й. башлап Өфөлә эшләй: “Кызыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе, яуаплы секретарь урынбаҫары; 1984 й. алып Телевидение һәм радиотапшырыуҙар б‑са БАССР дәүләт ком‑тының телевидение студияһының баш мөхәррире, 1990—98 йй. “Трибуна” гәз. баш мөхәррире, 2002 й. башлап Респ. хәрби дан музейының ғилми хеҙм‑ре. “Трасса зовёт” (“Юл саҡыра”; 1973) китабы Усть-Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт нефть үткәргесен төҙөүселәргә арналған. “Аҡ аманат — һалдат хаттары” китаптары (1—2‑се китап, 2000—2005) В. тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың хаттарынан төҙөлгән. Советтар Союзы Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, ш. уҡ онотолған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар т‑да очерктар, мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2000).

Әҫәрҙ.: Генералы Башкортостана: документально-публицист. очерки. Уфа, 1995 (авторҙ.); Слава башкирских конников. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика