ВӘХИТОВ Радик Шакир улы (17.8.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Ҡаратаулы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), инженер, журналист. Техник ф. канд. (1975). Журналистар союзы ағзаһы (2008). Ш.Ҡ.Вәхитовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус конструкторлыҡ технологик бюроһында проекттың баш конструкторы, 1989 й. һәм 1991 й. — “Марс” кооператив КБ‑ның (Өфө) баш конструкторы. 1990 й.  башлап Өфөнөң төрлө бәләкәй пр-тиелары дир., 1998 й. — шәхси эшҡыуар. Башҡортостан тарихы б‑са китаптар һәм мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2008).

Хеҙм.: Под крыло двуглавого орла. Уфа, 2007; Шежере Салавата. Уфа, 2008; От Урала‑батыра до Салавата Юлаева: ист. этюды. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика