“ВАТАН”, ижт.‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың 3‑сө армияһы органы. 1919 й. Өфөлә (һуңыраҡ — Себер ҡалаларында) аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр, Рус армияһы Юғары баш командующийының бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Г.Собханҡолов, М.Наурузов. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика