ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ, билдәле бер ваҡыт эсендә, бер баш аҫтында сыҡҡан йәки сығарылған баҫмалар (гәзиттәр, журналдар, бюллетендәр, йыйынтыҡтар һ.б.); иң мөһим киң мәғлүмәт сараларының береһе. В.м. мәғлүмәт бирә, йәмәғәтселек фекерен тыуҙыра, идара итеү системаһында халыҡ м‑н бәйләнеш булдырырға ярҙам итә, ш. уҡ аң-белем таратыу, мәҙәни-рекреатив, тәрбиәүи функциялар үтәй. Башҡортостанда В.м. 19 б. уртаһында үҫеш ала. Тәүге ваҡытлы баҫма — “Оренбургские губернские ведомости” гәз. — 1838 й. Өфө губерна типографияһында сыға башлай. 19 б. 70‑се йй. тәүге журналдар нәшер ителә. В.м. ш. уҡ ваҡытлы йыйынтыҡтар (бер йәки бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен йәки айырым бер темаға төрлө рәсми, ғилми, мәғлүмәти материалдарҙы үҙ эсенә алған баҫмалар), бюллетендәр (ниндәйҙер бер мәсьәләләр теҙмәһенә арналған баҫмалар) һ.б., мәҫ., “Библиотеки Башкирии”, “Мозаика”, “Фольклор народов России” йыйынтыҡтары, “Башкирская нефть”, “Бюллетень строительного комплекса Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексы бюллетене”; 1992 й. алып) бюллетендәре һ.б. ҡарай. БР‑ҙа ваҡытлы матбуғат 6 телдә (башҡ., урыҫ, мари, татар, удмурт, сыуаш) баҫыла. Ҡайһы бер баҫмалар материалдарын бер үк ваҡытта башҡ., урыҫ һәм инглиз телдәрендә сығара. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү б-са федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 й. ҡарата 632 гәзит, 186 журнал, 12 йыйынтыҡ, 13 бюллетень, 1 альманах, 8 белешмә теркәлгән.

С.А.Алиева

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика