“ВАҠЫТ”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүселәре — ағалы- ҡустылы Мөхәммәтшакир м‑н Мөхәммәтзакир Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). Ырымбур ҡ. төрки телендә көн һайын сыға. 1906 й. февр. алып 1918 й. ғин. тиклем нәшер ителә. Мосолман зыялылары һәм либераль буржуазия ҡараштарын сағылдыра. Гәзит биттәрендә илдәге һәм сит илдәге сәйәси ваҡиғалар, Рәсәйҙә һәм унан ситтә йәшәгән мосолмандарҙың хәле, соц.‑иҡт. үҫеш һәм дәүләт идараһын үҙгәртеп ҡороу, милли матбуғат һәм әҙәбиәт, мәҙрәсә һәм мәктәптәрҙә яңы уҡытыу системаһын (ҡара: Йәдитселек) индереү проблемалары яҡтыртыла; башҡорттар һ.б. төрки халыҡтар т‑да этнографик материалдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, рецензиялар баҫыла. Библиография һәм реклама бүлектәре була. Беренсе донъя һуғышы йылдарында “Европа һуғышы” һәм “Балҡан илдәре” рубрикалары барлыҡҡа килә. Мөхәррирҙәре: Ф.Ғ.Кәримов (1906 й. алып), Я.Р.Вәлиев (1917 й. алып).

 Р.Ф.Рәжәпов Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика