“АВАНГАРД”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Авангард” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Яңа көн” — “Яңы көн”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан татар телендә “Яңа җиңүләргә” (“Яңы еңеүҙәргә”) исеме м‑н нәшер ителә башлай, 1955 й. “Сталинец” гәз. (1936 й. апр. алып урыҫ телендә баҫыла) м‑н берләшкәндән һуң урыҫ (“Сталинец”) һәм татар (“Сталинчы”; бөтәһе лә — “Сталинсы”) телдәрендә сыға, 1961 й. — “Новая жизнь” һәм “Яңа тормыш” (икеһе лә — “Яңы тормош”). 1965 й. ғин. башлап урыҫ һәм татар телдәрендә “Агидель” һәм “Агыйдел” (икеһе лә — “Ағиҙел”), ш. уҡ йылдың апр. ике телдә лә “А.”; 2007 й. ш. уҡ исемдә урыҫ телендә һәм бөгөнгө исемдә татар телендә нәшер ителә. 2007 й. алып ай һайын башҡ. телендә “Сәрмәсән таңдары” ҡушымтаһын баҫтыра. 1962—64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.