БОГОРОДИЦА РАШТЫУАҺЫ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1901—09 йй. нигеҙҙә купец Н.М.Патокин аҡсаһына сиркәү булараҡ төҙөлә һәм Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә Нафанаил тарафынан изгеләндерелә. 2011 й. кафедраль собор статусын ала. “Кирбес” стилендәге собор тәүҙә бер көмбәҙле итеп таштан һалына, 3 яруслы манараһында 8 ҡыңғырау (төп ҡыңғырау 50 бот тарта) була, кирбес бағаналы сүкелгән тимер рәшәткә м‑н кәртәләнә. Бина эстән 4 колонна менән 3 өлөшкә бүленә. Эске стеналары һүрәттәр менән биҙәлә. 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Пресвятая Богородица Раштыуаһы, һулдағыһы — святитель һәм чудотворец Николай, уңдағыһы Архистратиг Михаил хөрмәтенә (1909 й. изгеләндереләләр). 1916 й. мәхәлләгә 2 меңдән ашыу диндар инә. 1934 й. ябыла, талана; төп көмбәҙе, ағас барабаны һәм манараһының өҫкө яғы емертелә. Бинала келәттәр, төрмә, авиаоҫтаханалар, “Йондоҙ” кинотеатры урынлаша. 1991 й. диндарҙарға кире ҡайтарыла, тергеҙелә; ҡунаҡхана комплексы, йәкшәмбе мәктәбе, часовня биналары төҙөлә, манараһы өсөн мозаиканан Богородица иконаһы, 3 иконостас һ.б. эшләнә. 2005 й. алып даими ғибәҙәт ҡылыу, православие байрамдары үткәрелә. 2004 й. собор терр‑яһында шағир һәм партизан Д.В.Давыдовҡа бюст ҡуйыла. Настоятелдәре: В.Г.Лезенков (1909 й. алып; 1920‑се йй. башы — 1934 й.), А.Кедров (1915 й. алып), А.М.Кулясов (1916 й. алып), Г.Г.Копейкин (1920‑се йй. башы), Б.Б.Развеев (1991 й. алып), А.Ю.Данилов (2000 й. алып), Е.Н.Коробков (2009 й. алып). Бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика