БЫРАУЛАУ, материалдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү төрө, уның барышында әйләнеп тороусы тишеүсе инструмент (бырау) ярҙамында төрлө диам. һәм тәрәнлектәге үтәнән-үтә һәм үтәнән-үтә булмаған тишектәр яһала. Б. ҡул инструменты м‑н йәки металл ҡырҡыу станогында башҡарыла. Б. процестарын фәнни өйрәнеү 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе м‑н берлектә Авиация техник университетында алып барыла. ӨДАТУ‑ла (А.С.Дмитриев, А.Д.Макаров, Р.М.Сәләхетдинов) газ турбиналы двигателдәр етештереүҙә ҡулланылған конструкциялы, тутыҡмаусы һәм үтә ныҡ материалдарҙы Б. оптималь режимдары уйлап табыла. Улар ӨМЭПБ‑ла, “Гидравлика” ФДУП‑ында һ.б. индерелә.

П.П.Черников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика