БӘЛӘКӘЙ БӘЛЗҮГӘ, Садов, Тәтешле р-нындағы ауыл, Яңы Тәтешле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 294 кеше; 1920 — 385; 1939 — 352; 1959 — 357; 1989 — 283; 2002 — 281; 2010 — 246 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2-се ярт. Бөрө өйәҙендә удмурттар Бәлзүгә исеме м-н нигеҙ һала. 1896 й. 39 йортта 254 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Тимерлек булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башынан Б.Б. булараҡ иҫәпкә алына. М.Ғ.Ғарипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика