БӘЛӘКӘЙ АЛЕКСАНДРОВКА, Малый Марьян, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 21  — 1016 кеше; 1920 — 963; 1939 — 1080; 1959 — 696; 1989 — 220; 2002 — 294; 2010 — 267 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1841—42 йй. Бәләбәй өйәҙендә Тула губ. Георгиевское һәм Ивановское аа. күсерелгән Д.Е.Бенардакиҙың (ҡара: Бенардакиҙар) алпауыт крәҫтиәндәре Александровка исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 62 йортта 544 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика