БӘШИРОВ Мусса Ғүмәр улы (16.10.1954, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Кесе Аллағыуат а., хәҙ. Салауат ҡ. эсендә), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (2002). ӨНИ‑не тамамлаған (1981). 1972 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тында, 1975 й. — ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында (2002 й. башлап сәнәғәт пр‑тиеларының электр ҡоролмалары һәм автоматикаһы каф. мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре емермәүсе контролдең электромагнит ысулдарын эшләү һәм үҫтереүгә бәйле (ҡара: Дефектоскопия). Б. төрлө механик көсөргәнеш ваҡытында конструкция ҡоростарының механик һәм электрофизик үҙенсәлектәренең үҙ-ара бәйләнеше законлыҡтарын таба, механик характеристикаларҙың сиктәге һәм критик ҡиммәттәренә тап килгән электрофизик параметрҙар ҡиммәттәрен билдәләй, күп элементлы электромагнит үҙгәрткесле диагностика ҡорамалдарын төҙөү принциптарын, ЭМД‑10НТ телевизион дефектоскобын һ.б. уйлап таба. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электромагнитная диагностика оборудования нефтехимических и нефтеперерабатывающих производств. Уфа, 2001 (авторҙ.); Диагностика электрических сетей и электрооборудования промышленных предприятий. Уфа, 2004 (авторҙ.); Экономика электропотребления в промышленности. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Н.Н.Лунева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика