БӘЛӘБӘЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1929 й. мал һуйыу базаһында нигеҙ һалына, 1996 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына мал һуйыу бүлеге (1929 й. нигеҙләнгән), ит-май, колбаса, һыуытыу цехтары (бөтәһе лә 1962 й.) ингән. 1999 й. 182 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған, күн сеймалы Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинатына, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинатына ебәрелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика