“БЮЛЛЕТЕНЬ БАШКИРСКОГО ЦИК СОВЕТОВ” (“Советтарҙың Башҡортостан ҮБК бюллетене”), журнал. БАССР Эске эштәр ХК, ХКС‑ы һәм ҮБК органы. Өфөлә 1924—27 йй. сыға. 1924 й. февр. башҡ. (“Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының бюллетене”) һәм урыҫ (“Бюллетень Башкирского наркомата внутренних дел” —“Башҡортостан эске эштәр халыҡ комиссарлығының бюллетене”) телдәрендә баҫыла. 1924 й. мартынан урыҫ телендә “Бюллетень Башкирского ЦИК, СНК и НКВД АБССР” (“Башҡортостан ҮБК, ХКС‑ы һәм АБССР НКВД‑һы бюллетене”) булараҡ нәшер ителә. 1926 й. 3‑сө, 8‑се, 9‑сы һандары ш. уҡ башҡ. телендә “Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының, халыҡ комиссарҙар Совете һәм эске эштәр халыҡ комиссарлығының бюллетене” исеме м‑н сыға. 1927 й. алып урыҫ телендә “Б.Б.Ц.С.” булараҡ нәшер ителә. Барлығы 9 һаны билдәле. Журнал биттәрендә респ. власы органдарының закондары, документтары һәм материалдары баҫыла.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика