БӘШӘРОВА Гүзәл Рәдис ҡыҙы (6.5.1966, Учалы ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2008). Л.М.Карамованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2000 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге кеше организмына диоксиндар тәьҫиренең клиник билдәләрен һәм медик-биол. эҙемтәләрен, ҡартайыуҙың патогенетик механизмдарын өйрәнеүгә арналған. Б. ҡатнашлығында химия һәм нефтехимия производствоһы эшселәре өсөн хеҙмәт мед. стандарттары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Профессиональный риск для здоровья работников химических и нефтехимических производств. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика