БӘШӘРОВ Ринат (Райнат) Әхкәметдин улы (29.6.1942, Пермь ҡ. — 19.9.2007, Өфө), йырсы (бас). БР‑ҙың халыҡ (1997), БАССР‑ҙың атҡ. (1985) артисы. Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; В.А.Лазько класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1974—94 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Күңелгә ятышлы тембрлы сағыу тауыш эйәһе. Төп партиялары: Ҡоншаҡ (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин; дебют, 1973), Борис Годунов (М.П.Мусоргскийҙың ш. уҡ исемле операһы), Тирмәнсе (“Һыуһылыу” — “Русалка”, А.С. Даргомыжский), Мефистофель (“Фауст”, Ш.Гуно), Арғынбай, Ҡарабаш (“Шәүрә”), Юлай (“Салауат Юлаев”). Байымбәт (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов, 1995), Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”, 1996) партияларын тәү башлап башҡарыусы. Концерт репертуарында — сит ил һәм урыҫ композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм опера ариялары. Респ. тәүге тапҡыр Х.Вольфтың Микеланджело шиғырҙарына (1977), Д.Д.Шостаковичтың Е.А.Долматовский шиғырҙарына (1980), Г.В.Свиридовтың Р.Бёрнс шиғырҙарына (1980) ижад иткән вокаль циклдарын, Мусоргскийҙың А.А.Голенищев‑Кутузов шиғырҙарына “Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре” (“Песни и пляски смерти”) циклын башҡара. М.Л.Биешу, Я.А.Вощак, Е.С.Мирошниченко, Ю.И.Симонов һ.б. м‑н бергә сығыш яһай. Рәсәй, Германия, Мысыр, Монголия, Төркиәлә гастролдәрҙә була. Ф.И.Шаляпин ис. пр. лауреаты (1993).

 

Г.А.Бельская

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика