БӘШНӘКТӘР, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Урта быуат авторҙары (Гардизи, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан һ.б.) хеҙмәттәрендә, Константин Багрянородныйҙың “Империя менән идара итеү тураһында” (“Об управлении империей”) әҫәрендә, урыҫ йылъяҙмаларында телгә алына. Формалашыу ихтималлығы булған өлкә — Урта Азия, Арал буйы далалары һәм Һырдаръя й. түбәнге ағымы. 9 б. Б. Арал буйынан уғыҙҙар ҡыҫырыҡлап сығара, һөҙөмтәлә уларҙың төп өлөшө Волга һәм Дон йй. аръяғына, Киев Русе сиктәренә күсенә, ҡалғандары Урал й. — урта, Илек й. түбәнге ағымында, Һамар й. басс. урынлашып, Волга-Урал төбәге далаларына тарала. 11 б. уртаһында ҡыпсаҡтар уларҙы көнбайышҡа, Дунай й. аръяғына, Венгрия терр‑яһына ҡыҫырыҡлап сығара. Б. ерләү ҡомартҡылары тупраҡ өйөп яһалған ваҡ ҡурғандарҙан, иртәрәк осорға ҡараған ҡурған өҫтө ҡәберҙәренән тора. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарына баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән, мәйеттең һул яғына эйәрле ат тиреһе йәки толобо һалынған. Ҡәбергә ҡорал (тимер уҡ башаҡтары, ҡылыстар, йәйәнең һөйәк өҫтәмәләре), кейем өлөштәре (бронза һәм көмөш айылдарҙан төҙөлгән билбауҙар, суҡтар), эйәр-өпсөн (ауыҙлыҡ, өҙәңге) һалынған. Б. хужалыҡ итеү нигеҙендә күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош) ятҡан. Б. төрки халыҡтарҙың күбеһенең, ш. иҫ. башҡорттарҙың, татарҙарҙың һ.б., этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған.

В.А.Иванов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика