БӘШИРОВА Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы (14.10.1945, Ишембай ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2005). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1971). 1968 й. алып Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны мәктәптәрендә, Бәләбәй машиналар эшләү техникумында уҡыта; 1977 й. башлап Яр Саллы ҡ. эшләй: Кама автомобиль з‑дында, Автозавод район башҡарма ком‑тында, 1986—89 йй. “Ләйсән” әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1991 й. алып ТР Президенты аппаратының милләт‑ара мөнәсәбәттәр бүлеге баш референты; 1998—99 йй. РФ Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығының ТР б‑са баш белгесе (бөтәһе лә — Ҡазан). “Һеҙҙең өсөн йәшәйем” (татар т.) тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1987 й. сыға. Б. ижады тәрән лиризм, замандаштарының тойғолары һәм борсолоуҙарына етди иғтибар м‑н һуғарылған. ТР башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (2002 й. алып), ТР башҡорттарының милли‑мәҙәни автономияһы етәксеһе (1998).

Әҫәрҙ.: Яҙҙарыма ҡайтам: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1996; Илемдең төҫө мин... Өфө, 2005; Җылы сүз көтәм: шигырьләр. Казан, 1994.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика