БӘШИРОВ Әкрәм Абдулла улы [14.3.1933, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Ҡолмәт а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 28.1.2010, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1991). Ҡазан финанс-иҡт. ин‑тын тамамлаған (1960). 1969 й. алып ӨНИ‑лә, 1970 й. һәм 2002 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында, 1986 й. — Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалында (бухгалтер иҫәбе каф. мөдире), 1991 й. башлап БДАУ‑ҙа (1994—2001 йй. аудит һәм һалымдар каф. мөдире) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм ауыл төҙөлөшөндә хужалыҡ эшмәкәрлеге сығымдарын иҫәпләү һәм анализлау мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Калькулирование себестоимости в строительстве. М., 1980; Бухгалтерский учёт в подрядном строительстве. М., 1983; Учёт издержек производства и калькулирование себестоимости в подрядном строительстве. М., 1986.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика