БӘШИРОВ Рив Миңлехан улы (7.11.1936, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. инженеры (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Р.М.Бәшировтың ҡустыһы. БАХИ‑ны тамамлаған (1959), 1963 й. алып шунда уҡ эшләй: 1967—80 йй. һәм 1984—2004 йй. машина‑трактор паркын эксплуатациялау каф. мөдире, 1980—85 йй. а.х. механизациялау ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығында машина-трактор һәм транспорт парктарының етештереүсәнлеген составтарҙы ҡулайлаштырыу, агрегаттарҙы һәм транспорт сараларын операциялар һәм йөк ташыу линиялары б‑са бүлеү, машиналарҙы файҙаланыуҙың нормативтарын камиллаштырыу юлдары м‑н күтәреүгә бәйле. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Ф.З.Ғабдрафиҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика