БӘШИРОВ Мәсғүт Зәйнетдин улы (21.4.1908, Бөрө ҡ. — 16.4.1978, шунда уҡ), композитор, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1967). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1938) 1941 й. тиклем шунда уҡ эшләй. 30‑сы йй. Бөрөлә үҙешмәкәр татар театры спектаклдәрен муз. биҙәүҙә ҡатнаша, кинотеатрҙа пианист‑иллюстратор булып эшләй. 1949—69 йй. Бөрө балалар муз. мәктәбе дир. (ойоштороусыһы). Б. әҫәрҙәренең муз. теленә аңлайышлылыҡ, ябайлыҡ, башҡ. һәм татар йыр-бейеү фольклорына яҡын интонацияларҙы ҡулланыу хас. Нигеҙҙә вокаль һәм камера‑инструменталь жанрҙарҙа эшләй. Башҡ. шағирҙары шиғырҙарына яҙылған романстар һәм хор әҫ. авторы. Б. муз. мәктәптәренең пед. репертуарына ингән инструменталь пьесалар һәм балалар өсөн йырҙар ижад итә. Хор, тауыш һәм фп. өсөн башҡ. һәм татар халыҡ йырҙары эшкәртмәләре (“Абдрахман кантон”, “Ҡаһарман кантон”, “Райхан”, “Таштуғай” һ.б.) иғтибарға лайыҡ. “Камил Рәхимов” (1967) очеркы, Башҡортостан радиоһында һәм ТВ‑нда классик һәм халыҡ муз. т‑да тапшырыуҙар авторы. Бөрө ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенә уның исеме бирелгән.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика