БӘШИРОВ Ғүмәр Бәшир улы (7.1.1901, Ҡазан губ. Яңысала а. — 7.5. 1999, Ҡазан), яҙыусы. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1986). ТАССР‑ҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1953—58), РСФСР‑ҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары (1958—62). Хәҙ. замандың әхлаҡ проблемаларын сағылдырған “Намыҫ” (1947) романы, “Тыуған яғым — йәшел бишек”(1967), “Эй яҙмыш, яҙмыш” (1990; бөтәһе лә — татар т.) повестары авторы. “Ҡунаҡ” (1940) хикәйәһендә, “Мунса” (1943) очеркында, “Етегән шишмә” (1977) романында башҡорттар образы тыуҙырылған. «“Муса Йәлил”дә ҡунаҡта» (1956; бөтәһе лә  — татар т.) юл очеркы Башҡортостанға арналған. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1951), ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1996).

Әҫәрҙ.: Тыуған яғым — йәшел бишек. Өфө, 2001; Әсәрләр: 4 томда. Казан, 1981 — 1984.

Әҙәб.: Җәләлиева М. Гомәр Бәширов. Казан, 1959.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика