БӘХТИЗИНА Гөлсөм Заһит ҡыҙы (9.11.1932, Ҡазан), токсиколог. Мед. ф. д‑ры (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1986). З.И.Бәхтизиндең ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Нуриман р‑нында, 1960—2001 йй. Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1983 й. алып бүлек етәксеһе, 1998 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт экотоксиканттары тәьҫирендә кешенең нейроэндокрин системаһының патоморфологияһын, төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда пептидтар ҡулланыу һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. Б. илдә тәүге тапҡыр һөнәри ауырыуҙар ваҡытында яңы дауалау йүнәлеше (биорегуляциялаусы терапия) индерә башлай. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика