БӘХТИЗИН Әхтәм Мөсәлим улы [21.1.1897 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1895), Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 15.8.1943, Карачев ҡ.], хәрби эшмәкәр. Полковник (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—22 йй. Урта Азияла баҫмасыларҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә, 1938 й. Хәсән күле буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1930). 1915 й. алып рус армияһында, өлкән унтер‑офицер; 1918 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1915—17 йй. Көнбайыш фронтта лейб-гвардия Семёновск һәм 304‑се пехота полкында, 1918—22 йй. Көнсығыш, Көньяҡ һәм Төркөстан фронттарының 247‑се, 203‑сө, 18‑се һ.б. уҡсылар полкында, 1923 й. алып 100‑сө уҡсылар полкында (Өфө) хеҙмәт итә. 1927—30 йй. һәм 1931—33 йй. Татарстан респ. советтары ҮБК ис. Берләшкән татар-башҡ. хәрби мәктәбе (Ҡазан) уҡытыусыһы. 1933 й. алып Благовещен нығытылған районының 107‑се айырым уҡсылар батальоны ком., 1938 й. — 169‑сы уҡсылар полкы ком. ярҙамсыһы (Алыҫ Көнсығыш), 1939 й. авг. — 284‑се уҡсылар полкы ком. (Ҡазан). 1939 й. дек. — 1940 й. авг. Төньяҡ‑Көнбайыш фронттың (1940 й. мартынан Карелия айырым хәрби округы) 9‑сы армияһы 163‑сө уҡсылар див. 662‑се уҡсылар полкы командиры. 1941 й. июненән Баш главнокомандование ставкаһы эргәһендәге контроль төркөмөндә хеҙмәт итә. 1943 й. уртаһынан — Көнбайыш, июлдән Брянск фронттарының 11‑се армияһы 323‑сө уҡсылар див. командиры. 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Үрге Аташта һәм Карачевта уға — һәйкәлдәр, Карачев мәктәптәренең береһе бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. М.Ғиләжевтың В.Ҡазыханов һүҙҙәренә яҙылған “Бәхтизин” йыры бағышланған.

Әҙәб.: Исхаҡов В. Ҡындан hурылды ҡылыстар. Өфө, 1968; Исхаков В. Бахтизин. Уфа, 1982.

В.В.Исхаҡова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика