БӘХТИЗИН Рәмил Нәзиф улы (30.3.1955, Өфө), математик. БР ФА акад. (2016), физика-матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). Н.Рәхтизиндең улы. ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977), ӨДНТУ‑ла эшләй: 1995 й. алып матем. модель әҙерләү, 2006 й. башлап матем. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2001 йй. иҡт. һәм менеджмент ф-ты деканы, 2001 й. — уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2011 й. алып ректор. 2011—15 йй. БР ФА президенты. Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ сығарыу, нефтте ташыу һәм эшкәртеү процестарында, нефть-газ комплексы иҡтисадында математик модель әҙерләү ысулдарын ҡулланыуға арналған. Б. уйлап тапҡан ысулдар РФ‑тың яғыулыҡ сәнәғәте, энергетика пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Нефтегазовое дело” (“Нефть һәм газ эше”) фәнни-техник ж. һәм ш. уҡ исемдәге фәнни электрон баҫманың (2002 й. алып), “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының хәбәрҙәре”) ж. (2012—15) баш мөхәррире. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1986). Дуҫлыҡ орд. м-н бүләкләнгән (Вьетнам; 2015).

Хеҙм.: Этюды о моделировании сложных систем нефтедобычи. Нелинейность, неравновесность, неоднородность. Уфа, 1999 (авторҙ.); Моделирование процессов  нефтегазодобычи. Нелинейность, неравновесность, неопределённость. М.; Ижевск, 2004 (авторҙ.); Транспорт и хранение высоковязких нефтей и нефтепродуктов. Применение электроподогрева. М., 2004 (авторҙ.).

В.А.Буренин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика