БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы [31.12.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Аташ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 21.10.2007, Өфө], агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), а.х. ф. канд. (1955), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). СССР‑ҙың (1969) һәм РСФСР‑ҙың (1986) а.х., СССР юғары мәктәбе (1972) отличнигы. БАХИ‑ны тамамлаған (1951). 1956 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты Юғары партия мәктәбенең а.х. каф. мөдире. 1961 й. башлап БАХИ‑ның ғилми эштәр б‑са проректоры, 1964—74 йй. ректоры, бер үк ваҡытта 1968 й. алып үҫемлекселек каф. мөдире. 1979 й. башлап БНИИСХ дир., 1989 й. — баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре агроэкологик үҫемлекселек проблемаларына арналған. Б. ужым культураларын (арыш һәм бойҙай) үҫтереүҙең мул һәм тотороҡло уңыш биреүсе экологик хәүефһеҙ технологияларын уйлап таба. Башҡортостанда игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһын эшләү етәкселәренең береһе. БНИИЗиС эргәһендәге селекция үҙәген (1984) ойоштороусы; респ. ҡый үләндәрен (1956—58), ужым һ.б. а.х. культураларының уңышы формалашыуының агроэкологик шарттарын (1962—87) өйрәнеү б‑са фәнни экспедициялар ойоштороусы һәм ҡатнашыусыһы. Адаптив үҫемлекселектең агроэкологик нигеҙҙәре б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1999 й. БДАУ‑ға 1,5 меңдән ашыу китап бүләк итә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Озимая пшеница. Уфа, 1987; Почвозащитная система земледелия. Уфа, 1987; Озимая рожь. Уфа, 1992.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика