БӘХТИЗИН Заһит Имаметдин улы (31.3.1906, Өфө — 22.9.1975, шунда уҡ), педагог. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1925—29 йй. БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙаҡҡол башланғыс мәктәбе, 1933 й. алып Ҡазан пехота уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1937—42 йй. Горький өлк. Ҡыҙыл Октябрь пед. уч‑щеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, директоры. Өфө нефть техникумын ойоштороусы һәм уның тәүге дир. (1946—69). Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1975), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Г.З.Бәхтизина

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика