БӘХТЕЙӘРОВА Клара Зәки ҡыҙы (7.11.1960, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Күндерәк ҡсб), невролог. Мед. ф. д‑ры (2007). БР-ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1983), 1984—86 йй. (өҙөклөк м‑н) 21‑се дауаханала, 1985—86 йй. 46‑сы поликлиникала (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 й. — Респ. тарҡау склероз үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге сирингомиелияны, Башҡортостанда тарҡау склероздың клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика