АБЫҘГИЛДИНА Ғәшиә Баязит ҡыҙы [4.5.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 22.12.1994, Сибай ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1963). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1931; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы) 1972 й. тиклем Сибай ҡала башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1939—54 йй. директоры. Сағыу ролдәр ижад итеүсе үҙенсәлекле актриса. Башҡ., урыҫ һәм сит ил драматургтары әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә 200‑ҙән ашыу роль башҡарған. Төп ролдәре: Ҡыраубикә (“Ҡарағол”, Д.Юлтый), Үлмәҫбикә (“Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”), Ғәрифә (“Зимагорҙар”; бөтәһе лә — С.М.Мифтахов), Йыһан (Башмағым”), Туҡтабикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Фёкла Ивановна (“Өйләнеү”, Н.В.Гоголь), Бессудная (“Ете юл сатында”, А.Н.Островский). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Текст на русском языке