БӘКЕРОВ Филарит Абдулғәзим улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а. — 7.5.2013, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) Салауат драма театры, 1987 й. алып БАДТ, 1991 й. — Стәрлетамаҡ драма театры актёры. Киң ижади диапазонлы актёр. Б. драматик һәләте — Юлдыбай (“Күктән төшкән бәхет”, Н.Асанбаев; дебют, 1970), Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”), Толпар (“Атылған өйөр”, Ф.М.Бүләков); комик һәләте Шәкүр (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Әжмәғол (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) ролдәрендә асыҡ сағыла. Актёр ижадының трагик яғы Креонт (“Антигона”, Софокл), Ричард III (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле драмаһы), Леонардо (“Ҡанлы туй”, Ф.Гарсия Лорка) образдарында асыла. Б. Башҡ‑н театрҙары сәхнәһендә спектаклдәр ҡуя. Улар араһында А.И.Гельмандың “Эскәмйә” (“Скамейка”) пьесаһы б‑са “Һуңғы осрашыу”, М.Яблонскаяның “Бала карауатында уйынсыҡ маймыл” (“Плюшевая обезьянка в детской кроватке”) пьесаһы б‑са “Ысынлаптамы?”, И.Х.Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк” һ.б. спектаклдәр айырыуса билдәле.

Һ.C.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика