БӘКЕРОВ Наил Ҡотлойән улы (30.3.1952, Ҡарағанда ҡ. — 23.03.2010, Өфө), математик. Ҡаҙағстан пед. ФАның мөхбир ағзаһы (2006), физика-матем. ф. д‑ры (1995). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) СССР ФА БФ‑ның Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. алып Матем. ин‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-урыҫ ун‑тында (Аҡтүбә ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Б. осраҡлы сыуалыуҙар т‑дағы ҡайһы бер функционалдарҙы төркөмләү функциялары өсөн 2‑се баҫҡыс асимптотикаһын таба, квадратик формаларҙы Гаусстың осраҡлы дәүмәлдәренән айырып алыу функциялары өсөн артабан яҡшыртылмай торған тигеҙһеҙлектәрҙе иҫбатлай, параметрик булмаған гипотезаларҙы тикшереү өсөн яңы критерийҙар класын тәҡдим итә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Уточнение асимптотики в принципе инвариантности Донскера-Прохорова для интегральных функционалов //Теория вероятностей и её применение. 1995. Т.40. Вып.4.

С.Г.Мерзляков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика