БӘКЕРОВ Мират Самиҡ улы [1.5.1931, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 30.12.2007, Мәскәү], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1968). Одесса политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) Өфө химия з‑дында эшләй: цех мастеры, нач., 1961 й. алып баш инженер, 1970 й. — директор. 1972 й. башлап Усолье-Себер химия комб‑ты директоры. 1976 й. алып Мәскәүҙә: “Союзхлор” Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе нач. урынбаҫары, 1979 й. — “Союзхимзащита” Бөтә Союз берекмәһе нач.; 1987—90 йй. “Интерхим” халыҡ-ара ойошмаһында. Б. етәкс. Өфө химия з‑дында эпоксид ыҫмала һәм ҡаҙанда юшҡын барлыҡҡа килеүен булдырмаусы препарат (ҡара: Тоҙ кислотаһы) сығарыу үҙләштерелә. 13 уйлап табыу авторы. Ленин (1965, 1971), Окт. Революцияһы (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика