БӘКЕРОВ Ҡадир Ғади улы [9.1.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Өмбәт а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 3.10.1970, Өфө], режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград театр техникумын тамамлаған (1930). 1928— 30 йй. Ленинград Көнсығыш халыҡтары мәғариф йорто эргәһендәге Татар театр оҫтаханаһы режиссёры. 1931—34 йй. — Башҡ. сәнғәт техникумында, 1936 й. алып — Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһында, 1939—41 йй. ГИТИС‑та уҡыта; 1933—34 йй. һәм 1943—50 йй. БАДТ, 1934—36 йй. һәм 1951—59 йй. Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай драма театры), 1938—41 йй. БДОБТ реж. һәм баш реж., 1960— 68 йй. Башҡ. филармонияһының эстрада режиссёры.

Өфөлә РККА‑ла хеҙмәт иткән ваҡытта (1921—27) Б. Башҡорт драма театрында Е.П.Карповтың “Эшселәр биҫтәһе” (“Рабочая слободка”), Н.П.Анненкова-Бернарҙың “Шәфҡәт туташы” (“Сестра милосердия”), Һ.Таҡташтың “Күмелгән ҡорал” (“Зарытое оружие”) пьесалары б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә реж. ассистенты була. Һуңынан был спектаклдәрҙе Ленинградта театр оҫтаханаларында яңынан тергеҙә. БАДТ‑ла Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл”, М.Хәйҙең “Ирәндек буйҙарында” спектаклдәрен ҡуя. А.М.Таһировтың “Алатау” спектакле Бөтә Рәсәй колхоз‑совхоз театрҙары смотрында 1‑се дәрәжә дипломға лайыҡ була (1935). Б. ҡуйған А.Н.Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, М.Горькийҙың “Егор Булычов һәм башҡалар”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” һ.б. бик күп спектаклдәр киң билдәлелек яулай. Б. — БДОБТ‑ның тәүге режиссёры, бында ул “Тирмәнсе ҡыҙы”, Д.Чимарозаның “Йәшерен никах” (“Тайный брак”), Е.Г.Брусиловскийҙың “Ер‑Тарғын”, Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас” операларын ҡуя. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика