БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР, бетондар, төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү, айырым деталдәр, конструкциялар һ.б. беректереп тоташтырыу өсөн төҙөлөш материалдары. Органик һәм органик булмаған (минераль) Б.м. айыралар. Минераль Б.м. — ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдәләр, уларҙы һыу йәки тоҙҙарҙың һыулы эретмәләре м‑н ҡатнаштырыуҙан хасил булған үҙле масса аҙаҡ ташҡа оҡшаш хәлгә күсә. Һауа шарттарында ғына ҡатыусы еңел (гипс, һауала ҡатыусан эзбиз; гипслы‑ангидритлы, к‑таға бирешмәүсән һәм магнезиялы цементтар), алдан ҡатырылғандан һуң үҙҙәренең ныҡлығын һыуҙа һәм һауала арттырыуға һәләтле гидравлик (алюминат һәм глинозёмлы цементтар, портландцемент һәм уның төрҙәре) һәм автоклав төҙөлөш материалдарына бүләләр. Химик составына кальций, магний, кремний, алюмин, тимер оксидтары, кальций сульфаты һ.б. инә. Органик Б.м. (асфальт, битумдар, дегет һәм ҡайһы бер синтетик ыҫмалалар) йылытҡанда һәм иреткәндә, органик эреткестәрҙә эреткәндә һығылмалы хәлгә күсә. Минераль Б.м. м‑н сағыштырғанда улар аҙыраҡ ыуала һәм һуҙыуға сыҙамлыраҡ.

Башҡортостанда Б.м. етештереү тәбиғи сеймал (тәбиғи гипс, балсыҡ, эзбизташ) ҡулланыуға нигеҙләнгән һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәте, химия сәнәғәте, аҙыҡ-түлек сәнәғәте пр‑тиеларында һ.б. ғәмәлгә ашырыла. Башлыса тәүге сеймалды (ангидрит, эзбизташ, аҡбур, тәбиғи гипс) — 1300°С‑ҡа тиклем т‑рала үртәү юлы м‑н; тиҙ ҡатыусан гипстарҙы сеймалға 140—190°С т‑рала дегидратация уҙғарыу һәм артабан һыуһыҙландырыу (170°С һәм унан юғарыраҡ т‑рала) юлы м‑н алалар. Төрлө өҫтәмәләр (кварц ҡомо, натрий һәм калий силикаттары, пемза, көл, туф, пирит көйҙөрмәләре һ.б.) индереү төҙөлөш материалдарының үҙсәнлектәрен (утҡа, к‑таға сыҙамлылығын һ.б.) яҡшыртыуға мөмкинлек бирә. Стәрлетамаҡ төҙөлөш материалдары з‑дында, Салауат р‑ны Мөрсәлим а. төҙөлөш материалдары комб‑тында төҙөлөш эзбизы сығарыла, “Сода” ААЙ‑нда — төҙөлөш гипсы, М400 һәм М500 маркалы портландцемент, тампонажлы цемент, М300 маркалы шлаклы портландцемент; Башҡортостан нефтехимия компанияһы пр‑тиеларында төҙөлөш һәм юл төҙөлөшө өсөн битумдар етештереү яйға һалына. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында, Белорет металлургия комбинатында, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында үҙҙәренең етештереү процестарында файҙаланылған технологик эзбиз сығарыла. Төҙөлөш эзбизен етештереү күләме 2004 й. 9 мең т тәшкил иткән, цемент — 825 мең т, төҙөлөш гипсы — 11,1 мең т. Минераль Б.м. — төҙөлөштә, химия сәнәғәтендә, а.х., металлургияла, керамик төҙөлөш материалдарын етештереүҙә; органиктары юл төҙөлөшөндә, ағас-сүс һәм ағас-юнысҡы плиталар (ҡара: Ағас плита), рулонлы гидроизоляция һәм түбә материалдарын эшләүҙә ҡулланыла. 90‑сы йй. башынан Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институтында (А.А.Оратовская һ.б.)  һәм Нефть техник университетында (В.В.Бабков, И.В.Недосеко) сәнәғәт ҡалдыҡтарын минераль Б.м. етештереүҙә файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Л.А.Яковлева

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика