БӘХТЕЙӘРОВА Заһиҙә Нурый ҡыҙы (31.12.1916, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Мырҙалар‑Мәсетле а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Мәсетле а. — 1978, Өфө), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1972). Тәүге башҡ. балериналарының береһе. Башҡ. сәнғәт техникумын (1934; педагогы К.В.Матсон), Ленинград консерваторияһының балетмейстерҙар бүлеген тамамлаған. 1938—46 йй. БДОБТ‑ның балет артисы, 1950—64 йй. педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта БДОБТ эргәһендәге балет студияһы уҡытыусыһы, 1965—74 йй. Ю.А.Гагарин ис. Техника йорто (Октябрьский ҡ.) балет студияһының (1972 й. алып халыҡ хореография студияһы) художество етәксеһе һәм балетмейстеры. Киң диапазонлы бейеү лексикаһына, драматик кәүҙәләндереү һәләтенә эйә. Ш.Гуноның “Фауст”, П.И.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” һ.б. операларҙа бейеүҙәр башҡара. “Коппелия” балетында Сванильда партияһын тәүге башҡарыусы. Б. Башҡорт драма театры спектаклдәрендә бейеүҙәр, Октябрьский ҡ. балет студияһында Р.М.Глиэрҙың “Ҡыҙыл мәк” (“Красный мак”), Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”), “Гөлнәзирә” балеттарын һ.б. ҡуя. 1953—55 йй. Б. Р.Х.Нуриевтың уҡытыусыһы.

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика